Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Май 2022, 16:00

Ҡыҙҙарын һуңғы юлға оҙата ла алмайҙар...

"Ҡыҙым Мәҙинә ауырлы, әле 19 аҙналыҡ. Бәхеткә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бәпес иҫән". Әлшәйҙә булған ҡот осҡос фажиғәгә бер аҙ аныҡлыҡтар индерелде.

Ҡыҙҙарын һуңғы юлға оҙата ла алмайҙар...
Ҡыҙҙарын һуңғы юлға оҙата ла алмайҙар...

Байрам көнөндә, 9 майҙа, Әлшәй районында бик ҡурҡыныс авария булғайны. Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә юлында “Фольксваген Поло” менән “Форд Фокус” автомобилдәре төкөштө.

Бәрелеш ныҡ көслө була, машиналар емерелә һәм янып китә. Яндарынан үтеп барған кешеләр тиҙ генә уларға ярҙам килә һәм янған транспорттан сығырға ярҙам итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аварияның һөҙөмтәләре аяныслы. Урында “Форд Фокус”тың 30 йәшлек водителе һәм 29 йәшлек пассажиры йән бирә. Икенсе машинала Раевка ауылы кешеләре – йәш ғаилә. Рулдә 33 йәшлек Артем, ҡатыны - 29 йәшлек Мәҙинә һәм ун йәшлек ҡыҙҙары була. Ғаилә бик күп йәрәхәттәр ала, уларҙы тиҙ арала дауаханаға алып китәләр. Әммә, табиптар нисек кенә тырышмаһын, баланың ғүмерен ҡотҡара алмайҙар.

Әле “Комсомольская правда” баҫмаһы был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡтар индергән. 9 майҙа, байрам уңайынан ғаилә Шафран ауылына туғандаштар ҡәберлегенә барған. Улар унда йыл һайын йөрөгән. Кире ҡайтып килгән саҡта уларға машина бәрелә.

– Ҡыҙым Мәҙинә ауырлы, әле 19 аҙна. Бәхеткә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бәпес иҫән. Әле улар ире менән икеһе лә реанимацияла, хәлдәре тотороҡло ауыр. Төрлө урындары һынған, һөйәк ярсыҡтары тәндәренә ҡаҙалған. Ҡыҙыма өс операция яһанылар. Кейәүҙең аяғы ҡыҫылған, алты урындан һынған, артерияһына зыян булған. Хәлдәре яҡшырһа, дүшәмбе Өфөгә күсерәсәктәр һәм операция яһайҙар, тимер пластиналар ҡуялар. Улар тиҙерәк аяҡҡа баҫһын тип доға ҡылабыҙ, – тигән Мәҙинәнең әсәһе баҫма хәбәрсеһенә.

Ҡатын белдереүенсә, авария ғәйепле кешеләр уның балаларын ғәйепле итергә тырыша. Имеш, улар ҡаршы һыҙатҡа сығып бәрелгән.

– Улай тип әйтергә нисек телдәре әйләнәлер? Барыһы ла күренеп тора – тормоз эҙе лә, тиҙлекте ташларға тырышыуҙары ла юҡ. Танк кеүек килеп сығып бәрелгәндәр, – ти ул.

Был хәлдә иң аяныслыһы – ун йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлөүе. Уны ерләгәндәр. Ә үҙҙәре реанимацияла ятып ғүмерҙәре өсөн көрәшкән атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарын һуңғы юлға оҙата ла алмаған...

Әле был авария буйынса тикшереү дауам итә, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әммә быларҙың береһе лә һәләк булған кешеләрҙе кире ҡайтара алмаясаҡ.

Кешеге бирелгән иң ҙур бүләк – ғүмер. Юлға сыҡҡан саҡта һәр кем үҙен ниндәйҙер кимәлдә хәүефкә тарттырыуы тураһында онотмаһын ине. Водителдәргә бик иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Иң мөһиме - тиҙлекте арттырмаҫҡа, тейешле дистанцияны һаҡларға, уҙырға сыҡҡан саҡта маневрҙың тулыһынса хәүефһеҙ булыуына ныҡлы инанырға кәрәк. Шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырыу хәүеф кенә түгел, енәйәтселек тә.

Юлдарыбыҙ имен булһын! 

Фото: "КП-Өфө".   

Ҡыҙҙарын һуңғы юлға оҙата ла алмайҙар...
Ҡыҙҙарын һуңғы юлға оҙата ла алмайҙар...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: