Яңауыл ҡалаһында 34 йәшлек Гөлнара Бәҙретдинованың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул 6 майҙа өйөнән магазинға тип сығып киткән һәм шул көндән алып ҡайҙалығы тураһында бер мәғлүмәт тә булмаған. Уны полиция һәм ирекмәндәр эҙләне.
Бөгөн иһә “КП-Өфө” баҫмаһы ауыр яңылыҡ еткерҙе. Урман буйында уның үле кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уны үлтергәндәр, сөнки кәүҙәһендә быуылыу эҙҙәре табылған.
“Янаульские зори” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, уны үлтереүҙең яҡынса сәбәбе лә билдәле – ул таныштарынан ҙур сумма аҡса алып торған. Журналистар белдереүенсә, ҡатынды үлтереүҙә шик тыуған кеше лә тотолған. 31 йәшлек ир ғәйебен таныған, тиҙәр.
Хәҙер был эш буйынса хоҡуҡ һаҡсылары ентекле тикшереү үткәрәсәк һәм барыһы тураһында ла анығыраҡ хәбәр итәсәк.
Фото: bash.news