Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Май 2022, 17:30

"Алты йылға иркенән мәхрүм итергә!"

Сибайҙа электр самокатында йөрөгән бәләкәй ҡыҙҙы бәрҙергән мотоциклсыға хөкөм ҡарары сығарылған.

"Алты йылға иркенән мәхрүм итергә!"
"Алты йылға иркенән мәхрүм итергә!"

Сибай ҡала суды 20 йәшлек Силәбе кешеһенә ҡарата "механик транспорт сараһына идара иткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу, унда йөрөгәндә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене һәләк итеү, шулай уҡ ваҡиға урынынан ҡасыу" статьяһына ярашлы хөкөм ҡарары сығарған.

БР Прокуратураһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр июль кисендә хөкөм ителеүсе алғы фарҙары янмаған мотоциклында электр самокатында хәрәкәт иткән 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә. Зыян күргән балаға ярҙам итмәйенсә, ул ваҡиға урынынан ҡасып китә. Ә ҡыҙ бер нисә көндән дауаханала вафат була.

Егет ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Суд уны алты йылға иркенән мәхрүм итергә һәм ике йыл да 10 айға транспорт сараһына идара итеүҙән тыйырға тигән хөкөм ҡарары сығарған. Прокурор был хөкөм ҡарарын йомшаҡ тип табып, енәйәт эшен яңынан ҡарарға ниәтләй.

Авария урынынан ҡасҡан егетте тотҡас, ул үҙ фаразын һөйләгән: "Кис ине. Майҙансыҡ тәңгәленә етәрәк ҡаршыға килгән машина уттары менән күҙҙе сағылдырғанлыҡтан бер ни күренмәне. Шул ваҡыт әллә ҡайҙан самокатта ҡыҙ килеп сыҡты. Уны бәрҙергәнмен. Ҡурҡыштан һәләкәт урынынан ҡастым".

Зыян күргән ҡыҙ 14 йәшлек ағаһы менән һуң ғына өлкәндәрҙең ҡарауһыҙ урамда йөрөгән. Уҡыусылар Төмән өлкәһенән өләсәһе менән олатаһына ял итергә килгән мәл булған.

Зинһар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итмәй, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡ! Фажиғәгә осрамайыҡ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: