Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Май 2022, 11:00

"КамАЗ" аҫтына барып ингәндәр...

18-21 йәшлек өс кешенең ғүмере урында өҙөлгән.

"КамАЗ" аҫтына барып ингәндәр...
"КамАЗ" аҫтына барып ингәндәр...

Кисә кис, 15 майҙа, Башҡортостан юлдарында йәнә ҡурҡыныс авария теркәлде. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, авария киске сәғәт 10-дар тирәһендә Дүртөйлө-Борай юлының 21-се километрында була. Бында “КамАЗ” менән “Лада Гранта” машиналары бәрелешә.

Был тиклем ҙур йөк машинаһына бәрелгәндән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ватан автомобилендә ултырған кешеләргә тере ҡалыу мөмкин булмай. Урында водитель һәм уның ике пассажиры һәләк була.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  машина эсендәге кешеләрҙе алып сығыу һәм шартлау ҡурҡынысын бөтөрөү өсөн урынға ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар. Улар үлгән кешеләрҙең кемлеген дә әйтте: 2001 йылғы водитель һәм 2003 йылғы ике пассажир. Күренеүенсә, йәп-йәштәр...

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, 21 йәшлек водитель егеттең танытмаһы булмаған. Ул машинаһына идараны юғалтҡан һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. "КамАЗ" машинаһында 48 йәшлек Түбәнге Новгород өлкәһе кешеһе булған. Уға зыян килмәгән. Водитель белдереүенсә, ул бәрелешкә 300 метр ҡалғас ҡаршыһына килеп сыҡҡан машинаны күреп ҡалған һәм тормозға баҫҡан, әммә бәрелештән ҡасып булмаған. Йөк машинаһының тиҙлеге 40-50 километр ғына булған. 

Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана. Урынға шул уҡ көндө ЮХХДИ етәкселеге, күсмә эксперт-криминалистика лабораторияһы белгестәре, полиция хеҙмәткәрҙәре барған.

Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Әгәр маневрҙың хәүефһеҙ түгеллегенә ныҡлап ышанмайһығыҙ икән, ҡаршы һыҙатҡа уҙышҡа сыҡмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерегеҙ. Тиҙлекте арттырыуҙың, дистанция һаҡламауҙың да ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Юлда хәүефкә юл ҡуймағыҙ, һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: