Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Май , 22:00

100 мең һум аҡса өсөн...

Гөлнара Бәҙретдинованы кем һәм нимә өсөн үлтергәне асыҡланды.

100 мең һум аҡса өсөн...
100 мең һум аҡса өсөн...

Яңауыл ҡалаһында йәшәгән Гөлнара Бәҙретдинованың ғәйеп булыуы һәм уны эҙләүҙең фажиғәле тамамланыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын үле килеш табылды. Әле тәфтишселәр был эшкә аныҡлыҡ индерә.

10 майҙа Яңауыл районы полицияһына 58 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итеп, ҡыҙын табышыуҙа ярҙам һорай. Ҡатын 6 майҙа өйөнән сығып китә лә юғала. Бер нисә көн үткәс, табыла. Уны күпер аҫтында үҙенә ҡул һалыу эҙҙәре менән табалар.

“Ваҡиға урынын бик ентекле тикшереп сыҡҡас, тәфтишселәр бында ысынбарлыҡта үлтереү барлығын асыҡлай, ә енәйәтсе эҙен йәшерергә тырыша. Суд-медицина экспертизаһы ла быны дәлилләй. Үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Шик төшкән кеше тиҙ тотола – ул быға тиклем хөкөм ителгән 30 йәшлек Яңауыл кешеһе булып сыға”, – тинеләр Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 34 йәшлек ҡатын был иргә мөрәжәғәт итеп, водитель танытмаһын ҡайтарып биреүҙә ярҙам һорай. Быға тиклем суд ҡарары буйынса уның танытмаһы алынған була. Ир ярҙам итергә ризалаша һәм 100 мең һум аҡса ала. Әммә ваҡыт үтә, ә һөҙөмтә булмай.

Шул саҡта ҡатын полицияға әйтәм тип янай, һәм йә аҡсаһын ҡайтарыуҙы йә танытмаһын алып биреүҙе талап итә. Ғәйепләнеүсе ир уның 30 мең һум аҡсаһын тотоноп өлгөргән була, әммә был турала өндәшмәй. Бер осрашҡан саҡтарында 70 мең һумын ҡайтара һәм ҡалғанын өйөнә барғас бирергә вәғәҙә итә.

Юлда китеп барғанда, машина боҙолдо, ти һәм көтөп тороуҙы һорай. Шул саҡта багажнигынан бау ала ла ҡатынды быуа. Шунан урманға алып китә, сумкаһын, телефонын, 70 мең һум аҡсаһын ала һәм енәйәт эҙҙәрен йәшерергә тырыша. Аҙаҡ ике көн Сәлих ауылында туғандарында йәшенеп ята, шунда уны ҡулға алалар ҙа.

“Ҡатынды һуңғы тапҡыр тап ошо ир менән бергә күрәләр. Тик ул үҙенең ғәйебен танымай, ни бары машинала алып барып ҡына ҡуйҙым, ти. Тик һуңғараҡ үҙе һөйләгәндә бутала башлай һәм, үҙенә ҡаршы дәлилдәрҙе күргәс, ғәйебен таныуҙан башҡа сараһы ҡалмай”, – тиҙәр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в