Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Май 2022, 21:00

Иң мөһиме – кеше ғүмере

Быйыл 1 июндә республикалағы 57 мунициаль берәмектә 137 пляж асыу планлаштырыла.

Иң мөһиме – кеше ғүмере
Иң мөһиме – кеше ғүмере

18 майҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә республикалағы һыу объекттарында халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә булды. Уны Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы. Видеобәйләнеш режимындағы сарала муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Ирек Сәғитов, мотлаҡ инфраструктураның булдырылыуы кешеләрҙең йылға-күлдәрҙәге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә беренсе сара булыр ине, тип белдерҙе.

"Быйыл 1 июндә республикалағы 57 мунициаль берәмектә 137 пляж асыу планлаштырыла. Былтыр 110 булғайны. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, 2024 йылға тиклем 200 пляж асыу ҡаралған. Был һанды арттырыу мөмкинлектәрен ҡарауҙы һорайым", - тине вице-премьер муниципалитеттар башлыҡтарына.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Горин һүҙҙәренә ҡарағанда, 2021 йылда 118 ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән, һөҙөмтәлә 116 кешенең ғүмере өҙөлгән. Һыу инеү осоронда һәләк булғандар һаны артҡан.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, комитет сайтында аттестация үткән пляждар күрһәтелгән интерактив карта, һыуҙа булыу ҡағиҙәләре, беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдары бар. Бынан тыш, ул балаларҙың йылға-күлдәрҙә ҡарауһыҙ булмауына айырым иғтибар бүлергә ҡушты.

"Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр майҙа һыу объекттарында туғыҙ кеше һәләк булды, улар араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс бала бар ине", - тине Фәрит Ғүмәров.

Кәңәшмәлә мәғариф ойошмалары аша балалар һәм үҫмерҙәр араһында һыу объекттарында һаҡ булыу ҡағиҙәләрен үтәү буйынса эш алып барыуҙың мотлаҡ икәнлеге хаҡында һүҙ барҙы.

Ирек Сәғитов һыу объекттарында кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймаҫ өсөн былтыр эшләгән пляждарҙы ваҡытында асырға, тағы өҫтәмәләрен булдырырға ҡушты. Ул шулай уҡ халыҡҡа йылға-күл буйында саҡта ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмау тураһында мәғлүмәт биреү буйынса эште көсәйтеү кәрәклеге хаҡында бедерҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: