Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Май 2022, 19:00

Бөгөн ер убылған...

Сәбәбе ниҙә?

Бөгөн ер убылған...
Бөгөн ер убылған...

Бөгөн Өфөлә Ғафури һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә төҙөлөп ятҡан йорт янында ер убылып, өҫтөндәге асфальты ярылып төшкән, тротуарға ла зыян килгән. Был урында - автомобиль ҡуйыу майҙансығында - соҡор барлыҡҡа килгән. Ундағы машиналарҙы эвакуатор ярҙамында икенсе ергә күсергәндәр.

Хәүефле урын сигнал таҫмалары менән уратып алынған. Ер һаман да сатнап, соҡор киңәйә, тиҙәр.

Был хәлгә Өфөнөң Ленин районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығында шундай аңлатма биргәндәр: гидравлик һынауҙар мәлендә йылылыҡ трассаһының тишелеүе юлдағы асфальттың емерелеүенә сәбәп булған.

"Хәүефле урында авария хеҙмәте белгестәре эшләй. Тәүҙә йылылыҡ трассаһын йүнәтеп, шунан асфальт япмаһын яңыртасаҡтар", - тип белдергән идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: