Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Май 2022, 14:30

Йылғаға йәнә машина ҡолаған

Уның эсендә водитель һәм пассажир ултырған... 

Йылғаға йәнә машина ҡолаған
Йылғаға йәнә машина ҡолаған

Бөгөн Белорет районында саҡ ҙур фажиғә булманы. 112 Системаһына Уҡшыҡ йылғаһына еңел автомобиль ҡолауы тураһында хәбәр килә. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Урынға шунда уҡ комитет һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары йүнәлтелә. Машина эсендә водитель һәм пассажир ултырған. Бәхеткә, улар иҫән ҡала, әммә йәрәхәттәр ала. “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән уларҙы дауаханаға оҙаталар һәм машинаны йылғанан тартып сығаралар.

Һуңғы ваҡытта республикала ошондай хәлдәр артты. Төрлө сәбәптәр менән автомобилдәр йылғаға ҡолап төшә. Бының ни тиклем хәүефле булыуы тураһында аңлатып тороу артыҡ. Ни бары йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: йылға-күлдәр буйҙарында машинала йөрөгән саҡта икеләтә иғтибарлы булыу кәрәк. Тәрән икән, был йылғаны белмәйһегеҙ икән, һыуға төшмәгеҙ, ярынан үтеп барғанда, яҡын бармағыҙ.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: