Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Май 2022, 18:00

"Өйгә баҫып инеп өс ир ҡурҡытты..."

Һабаҡ булһын: Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы ауылда сараһыҙҙан ҡотолғоһоҙ хәлгә тарыған бер уҡыусыбыҙҙың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

"Өйгә баҫып инеп өс ир ҡурҡытты..."
"Өйгә баҫып инеп өс ир ҡурҡытты..."

"Ауылда йәшәйем тип ҡапҡаны бикләмәй ултырыуы ҡурҡыныс икән дә ул хәҙер... Иремдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә байтаҡ инде, ә балаларым, айырымланып сығып, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Әлеге ваҡытта яландай өйҙә япа-яңғыҙым ғүмер кисерәм.

Бер көндө уйламағанда-көтмәгәндә ҡапыл өйгә өс ят ир-егет килеп инде. Ҡиәфәттәренә ҡарап шунда уҡ "сиғандар икән" тип уйланым: сөм ҡара күҙлеләр, ҡара сәслеләр, тут йөҙлөләр, үҙҙәре шул тиклем әрһеҙҙәр. Элек тә уларҙың шулай ауылдарға килеп сығыуҙары нисектер күңелдә шөбһәле тойғолар уята торғайны. Әле лә йөрәгем урынынан ҡупты.

"Беҙ һеҙгә 9 майға бүләк алып килдек", - тине былар итәғәтле йылмайып. "Ниндәй бүләк тағы?" - тиеүемә ҡулдарындағы пакетты өҫтәлгә ҡуйып, эсендәге ҡатырға ҡумталарҙы тартып сығарҙылар. Береһен астылар - унда электр сәс алғысы ине, икенсеһендә - һауыт-һаба йыйылмаһы, өсөнсөһөндә - бысаҡ тупланмаһы. Күргәндәремә иҫем китеп, нисек рәхмәт әйтергә тип уйлап өлгөрмәнем, береһе быларҙың йәмғеһе ете мең һумлыҡ тауар икәнлеген белгертте.

"Бүләк тинегеҙ ҙә инде..." Тауышымды үҙем таныманым хатта - бигерәк мөсһөҙ ишетелде. Минең ҡурҡып ҡалыуымды, икеләнеүемде шунда уҡ һиҙеп, яныма яҡынлап, өйҙөң түренә ҡамап тигәндәй тороп, өс әзмәүерҙәй ир әйберҙәрен алыуымды инәлеп һорай башланы. Йәнәһе, тауарҙар баҙарҙа бынан ике тапҡырға ҡыйбатыраҡ тора, ә улар оло кешеләргә ташламалы хаҡ менән һата.

Күҙҙәре сәйер ялтыраған, күҙемә инеп килгән был өсәү ныҡ ҡурҡыуға һалды мине. Аҡсаға ҡаныҡҡан әҙәмдәр... Ошо ваҡытта ни берәй күршем килеп инмәне, ни телефонды ҡулға алырлыҡ булманы. "Ҡырынғыс алырға минең ирем юҡ бит" тип тә, "Был һауыт-һаба үҙемдә әллә күпме", "Был тиклем бысаҡты нимә эшләтәм", тип тә әйтеп ҡараным. Күҙҙәрен күҙҙәремдән алманылар, сығырға ла уйламанылар. Ә арттағы берәүһенең ҡарашы менән өйҙө һөҙөп сыҡҡанын аңғарҙым.

"Аҡса тип үлтереп тә сығыр бындайҙар. Алһам алайым..." Был кешеләрҙән тауарҙарын һатып алып ҡына ҡотола аласағымды аңлағас, тартманан кәшүлүгемде тартып сығарҙым. Асып ҡараһам, эсендә, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, ете мең һум аҡса ята! Әллә үтә лә күрәләр микән, тип ғәжәпкә ҡалдым шул саҡта. Аҡсаны ҡулдарына төшөргәс кенә, тынысланып, сығып китте был өсәү. Шулай итеп, ҡурҡыштан, ярты айлыҡ пенсия аҡсаһын биреп, бер кәрәкһеҙ шаҡы-шоҡо алып ҡалынды.

Арттарынан урамға сыҡҡас, биш-алты өй аша торған магазин эргәһендә текә автомобиль янында күрҙем үҙҙәрен. Улар ҙа мине аңғарҙы һәм, машинаға йәһәт кенә ултырып, ауылдан сығып киттеләр.

Асыҡланыуынса, бындайҙар ауылға килеп ингәс, ҡайҙа яңғыҙ оло кешеләр йәшәгәнлеген белешә икән тәүҙә. "Бүләк тапшырабыҙ" тигәстәре ауылдаштар ҙа артыҡ төпсөнмәй адрестарҙы күрһәтә.

Ауыл кешеләре ят кешеләрҙән һаҡ булһын, минең кеүек ҡурҡып, ошондай алыпһатарҙарҙан алданып ҡалмаһын тигән маҡсаттан яҙҙым мин быларҙы".

Фото: yourhour.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: