Хәүефһеҙлек
23 Май 2022, 09:00

Тотош ғаилә ағыуланған

Баланы ашығыс медицина ярҙамы клиникаһына, әсәһен 21-се ҡала дауаханаһына оҙатҡандар...

Тотош ғаилә ағыуланғанТотош ғаилә ағыуланған
Тотош ғаилә ағыуланған

Ҡайһы берәүҙәр йорттар буйлап газ приборҙарын тикшереп йөрөгән хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙәренә индермәҫкә тырыша. “Газ янып тора, барыһы ла төҙөк, барыһы ла урынында, тикшереүселәрҙән ни файҙа”, тип уйлайҙар. Әммә, үкенескә ҡаршы,  газға бәйле күңелһеҙ хәлдәр булып тора.

Баш ҡаланың Киров районында тотош ғаиләнең һөрөм газынан ағыуланыуы билдәле булды. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, һигеҙ йәшлек малайға һәм 42 йәшлек ҡатынға медицина ярҙамы талап  ителгән. Баланы ашығыс медицина ярҙамы клиникаһына, әсәһен 21-се ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. 45 йәшлек ирҙе 21-се дауаханала тикшергәндән һуң өйөнә ҡайтарғандар.  

Өфөләге “Газпром  газ бүлеү” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тикшергәндән һуң таҙартҡыс елләтеү каналының төҙөк булмауы асыҡлаған. Был эште еренә еткереп башҡарыу өсөн йортта газ биреү туҡтатылған.

Газ тотоноу өсөн бик уңайлы булһа ла, хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы булыуын оноторға ярамай.

 Фото: news.1777.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас