Хәүефһеҙлек
23 Май 2022, 08:15

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау – мөһим эш

"Кешеләр беҙҙе урынлы тәнҡитләй". 

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау – мөһим эшЮлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау – мөһим эш
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау – мөһим эш

Әлеге ваҡытта республикала әүҙем рәүештә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау һәм тамғалар һыҙыу эше бара. Хөкүмәттең кәңәшмәһендә Бшҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләгә бик иғтибарлы булырға ҡушты.

– Үткән ике аҙнала күп кенә райондар буйлап йөрөнөм. Юл тамғалары һыҙа башлағанығыҙҙы күрәм, әммә бөтә ерҙә лә юҡ. Быға һауа торошо ҡамасаулаймы әллә? Әгәр шулай икән, әҙерәк көтөп тороу дөрөҫөрәктер, юғиһә был эштең сифатында сағылыш табасаҡ, – тине ул.

Радий Фәрит улы, Өфөлә лә тамғалар ваҡытында һыҙылып бөтһөн, сөнки был хәүефһеҙлеккә ҙур йоғонто яһай, тине.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, 23 майға ҡарата 19119 километр юл тикшерелгән, был – асфальт-бетон япмалы юлдарҙың 97 проценты. Бөтәһе 114 мең етешһеҙлек асыҡланған, уларҙың 72300-ө юҡҡа сығарылған.

Радий Хәбиров соҡорҙарҙы ямау йәһәтенән эш күп тине.

– Был бик мөһим эш. Мин үҙем йөрөнөм... беләм. Һәм кешеләр ҙә был турала әйткән саҡта, беҙҙе бик урынлы тәнҡитләй. Был аҙнала үҙегеҙгә эшләргә мөмкинлек бирәм, тик киләһе аҙнанан контроль идаралығы тикшерә һәм отчет бирә башлаясаҡ, – тине ул.

Фото: Дим районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас