Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Май 2022, 09:00

Һәләк булғандар - ҡатын-ҡыҙҙар...

Авария сәбәптәрен асыҡлар өсөн урынға баш автоинспектор үҙе бара. 

Һәләк булғандар - ҡатын-ҡыҙҙар...
Һәләк булғандар - ҡатын-ҡыҙҙар...

Кисә Башҡортостанда йәнә ҡурҡыныс авария теркәлә. Мишкә районында була ул. Бында “Лада Веста” менән “ВАЗ-2110” машиналары бәрелешә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария бик аяныслы тамамлана. Унда “ВАЗ-2110” машинаһының водителе һәм уның пассажиры табиптар килеп еткәнсе һәләк була. Был автомобилдә ултырған тағы бер пассажир йәрәхәтләнә. Уларҙың бөтәһенең дә ҡатын-ҡыҙ булыуы билдәле.

Шулай уҡ “Лада Веста”ла ултырған водитель менән уның пассажиры ауыр йәрәхәттәр ала.

Авария урынына республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов бара. Шулай уҡ аварияның сәбәптәрен асыҡлар өсөн урынға махсус хеҙмәттәр йүнәлтелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары иһә үлгән һәм йәрәхәтләнгән кешеләрҙе емерек машиналарҙан һөйрәп сығара. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: