Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Май 2022, 11:30

Аварияла һәләк булған ҡатындың ике балаһы етем ҡалған

“Лада Веста” автомобилендәге егеттәр иһә өләсәләрен ерләргә китеп барған булған...

Аварияла һәләк булған ҡатындың ике балаһы етем ҡалған
Аварияла һәләк булған ҡатындың ике балаһы етем ҡалған

23 майҙа республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 19 кеше йәрәхәттәр алған.

Мишкә районында, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлының 24-се саҡрымында, көндөҙ 16:00 сәғәттә “Лада Веста” менән ҡаршы килгән “ВАЗ-2110” автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2110”дағы 28 йәшлек һәм 35 йәшлек ике пассажир ҡатындың ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ “Веста”лағы 42 йәшлек водителгә һәм 38 йәшлек пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “ВАЗ-2110” автомобилендә һәләк булған ике ҡатын район үҙәгенә Күп функциялы үҙәккә йомаштары буйынса барып, үҙҙәре йәшәгән Сосновка ауылына ҡайтырға сыҡҡан булған. Һәләк булған 35 йәшлек ҡатындың ике бәлиғ булмаған балаһы етем ҡалған.

“Лада Веста” автомобилендәге дуҫтар иһә өләсәләрен ерләргә китеп барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҙа тәғәйен урынға барып етә алмай, ә Бөрө үҙәк район дауаханаһына эләгә. “Веста”лағы 38 йәшлек пассажир ҡатын ауыр тән йәрәхәттәр алған, ә водитель - реанимацияла. “ВАЗ-2110” автомобилендәге 24 йәшлек пассажир ҙа ауыр тән йәрәхәттәре алған.   

Был юл-транспорт ваҡиғаһына асыҡлыҡ индереү дауам итә, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәнде өшөткөс авариялар теркәлеп торһа ла, фажиғәләрҙән күп  водителдәр һабаҡ алмай. Мәҫәлән, республиканың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҙған тәүлектә генә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1800 осрағын асыҡлаған, 28 эскән водителде тотҡан. Водителдең һәр ҡағиҙә боҙоуы – үҙенең, пассажирҙарының, башҡа кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыу ул, әммә бәғзе берәүҙәргә ике донъя бер мөрйә булып ҡала. Нәҡ шундай яуапһыҙ кешеләр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмере өҙөлөүе аяныслы. Мишкә районында булған авария ла юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәү арҡаһында килеп сыҡҡан бит. Һөҙөмтәлә ике ҡатынды юғалттыҡ, өс кеше ғүмерлеккә йәрәхәттәр алды, ике бала иң ғәзиз кешеһен – әсәһен юғалтты. Ә кем ғәйепле?

Фото: @mchsrb.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: