Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Май , 12:00

Коллекторҙа – өс кәүҙә

Өсөнсө кешенең кемлеген әле һаман асыҡламағандар. 

Коллекторҙа – өс кәүҙә
Коллекторҙа – өс кәүҙә

Кисә кис менән Өфөнөң Ленин районында ҙур фажиғә булды. Заһитов урамында төҙөлгән яңы йорт янындағы канализация коллекторында өс ир-аттың үле кәүҙәһе табылды. Улар дренаж насосы ҡуйған саҡта газдар менән ағыуланып вафат булған.

Әлеге ваҡытта һәләк булған ике ирҙең шәхесе асыҡланған. Улар 34 һәм 54 йәшлек Өфө кешеләре. Өсөнсөһөнөң кемлеге һаман билдәле түгел. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был ирҙәрҙе коллекторҙы хеҙмәтләндереү өсөн яллағандар. Йәнәһе улар башҡарған эш сифатһыҙ булған һәм шуға күрә улар объектҡа килеп етешһеҙлекте юҡҡа сығарған.

– Уларҙың кәүҙәләрен төҙөлөштә эшләгән хеҙмәткәр тапҡан. Ул коллекторҙы тикшереп йөрөгән. Эшселәрҙең машинаһын күргән һәм уларҙың береһенә шылтырата башлаған. Әммә тегенеһе трубканы алмаған. Канализация селтәре участкаһына килеп, эскә ҡараған һәм уларҙың кәүҙәләрен тапҡан, – тигән “Башинформ” агентлығының сығанағы.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты “яңылышлыҡ менән үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Шулай уҡ Прокуратура ла был хәл менән ҡыҙыҡһына башлаған, улар торлаҡ-хужалыҡ объекттарҙа хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы тураһындағы ҡануниәтте үтәүҙе тикшерәсәк. Әгәр, нигеҙ булһа, улар ҙа сара күрәсәк.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в