Бөгөн Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев үткәргән күсмә ултырышта ҡатнашты.
Демография өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ауыл халҡының тормошо сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен барлауҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төбәктәр етәкселәре, федераль министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре лә булды.
Ауыл биләмәләре иң мөһим ресурстарға инә, тип билдәләнеләр кәңәшмәлә. Ауыл халҡы дөйөм халыҡтың дүрттән бер өлөшөн генә тәшкил итһә лә, уның илдең иҡтисади үҫешенә, экология, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә индергән өлөшө ныҡ ҙур.
"Волга буйы федераль округында ауылдарҙа һигеҙ миллион кеше йәшәй, – тине И. Комаров. – Уларҙы эш менән тәьмин итеү, тормош шарттарын яҡшыртыу - стратегик яҡтан мөһим бурыс, дәүләттең өҫтөнлөклө йүнәлеше".
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ярлылыҡты кәметеүгә, тормош шарттарын яҡшыртыуға, ауыл кешеләренең һаулығын нығытыуға, ауылда мәғариф һәм мәҙәниәт даирәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән стратегик документтарҙы бойомға ашырыу барышын ҡараны.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/