Башҡортостанда 1 июндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сығарыла. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе ваҡытында билдәле булды.
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итеп, был режимды ғәмәлдән сығарыуҙы тәҡдим итте.
– Һуңғы арала Белорет районында бер урман янғыны теркәлде һәм юҡҡа сығарылды. Бөгөнгө көндөң иртәһенә ҡарата ғәмәлдәге урман янғындары юҡ. Ағымдағы йылда урман янғындары майҙанын 1054 гектарға кәметеүгә өлгәштек. Ҡоро үлән һәм ҡыуаҡлыҡтар яныу арҡаһында сыҡҡан янғындар ҙа кәмене, был йәшел үҫемлектәрҙең әүҙем үҫеүе менән бәйле, – тине ул. – Ошо айҡанлы, Радий Фәрит улы, республика биләмәһендә май айында индерелгән махсус янғынға ҡаршы режимды ғәмәлдән сығарыуҙы тәҡдим итәм.
Радий Хәбиров был ҡарарҙы хупланы һәм 1 июндән уны ғәмәлдән сығарыу өсөн тейешле указ әҙерләргә ҡушты.
Фото: crimea-news.com