0 °С
Ясна
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республика биләмәһендә битлек режимы ваҡытлыса туҡтатыла. 65 йәштән өлкәндәргә, хроник сирлеләргә генә күмәк кеше йыйылған урындарҙа битлек кейергә тәҡдим ителә.
Бынан тыш, указ ойошмаларға ингәндә термометрия үткәреү талабын да юҡҡа сығара.
Фото: https://glavarb.ru/rus/