Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2022, 15:00

Йәштәр аҡса эшләргә китеп барған...

Аварияла водителдең 15 йәшлек ҡустыһының ғүмере өҙөлгән, ҡалғандары... 

Йәштәр аҡса эшләргә китеп барған...
Йәштәр аҡса эшләргә китеп барған...

Кисә, 31 майҙа Башҡортостанда йәнә бер ҡурҡыныс авария теркәлде. Смаҡ – Йомағужа – Воскресенское шоссеһында була ул. “Daewoo Nexia” машинаһы юлдан оса һәм түңкәрелә. Был осраҡ тураһында Башҡортостандың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов яҙҙы.

ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ярашлы, "Daewoo Nexia" машинаһының 21 йәшлек водителе автомобиленә идараны юғалта һәм юлдан оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 15 йәшлек үҫмер пассажир - водителдең бер туған ҡустыһы, бик ауыр йәрәхәттәр ала. Уны тиҙ арала дауаханаға алып баралар, тик бер сәғәт үткәс ул реанимация бүлексәһендә йән бирә.

Водитель менән уның 16 йәшлек пассажиры шулай уҡ ауыр йәрәхәттәр алған. Уларҙың икеһе лә әле дауаханала. Билдәле булыуынса, йәштәр аҡса эшләргә тип китеп барған.

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары был аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: ЮХДДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: