Матур байрам – 9 май көнөндә булған был ҡурҡыныс авария тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Ул Әлшәй районында була. Раевка ҡасабаһында йәшәгән Ғиләзетдиновтар ғаиләһе ун йәшлек ҡыҙҙары менән Шафран ауылынан ҡайтып килгән. Улар йыл һайын был ауылдағы туғандар ҡәберлегенә йөрөгән. Кире юлда уларҙың машинаһына ҙур тиҙлектә “Фольксваген Поло” машинаһы килеп бәрелә. Ул машиналағы водитель менән пассажир урында һәләк була.
Ғиләзетдиновтар ғаиләһе лә ҙур зыян күрә: уларҙың машиналары янып китә, эсендәге кешеләр күп һанлы йәрәхәттәр ала. Ирле-ҡатындың янында ун йәшлек ҡыҙҙары ла ултыра. Табиптар нисек кенә тырышһа ла, бала һәләк була. Ҡатын иһә ауырлы, уның ауырына 19 аҙна булғаны билдәле. Уның һәм иренең бик күп урындары һына, бер нисә операция яһарға тура килә. Әле иһә Ғиләзетдиновтар яйлап терелә башлаған, шулай ҙа уларға оҙайлы реабилитация кәрәк.
Әле үҙенә килгән 29 йәшлек Мәҙинә Ғиләзетдинова битараф булмаған кешеләргә ярҙам өсөн рәхмәт әйтә. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.
Мәҙинә тәү сиратта авария көнөндә яндарына туҡтап машиналарын һүндерешкән һәм йәрәхәтләнгән кешеләрҙе машинанан сығарған водителдәргә рәхмәтле. Улар шунда уҡ табиптарҙы һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырған, үҙҙәре был саҡта ғаиләгә мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышҡан.
“Беҙҙең осраҡта авария ваҡытында ярҙам иткәндәр генә түгел, ә бөтә туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ, коллегаларҙы геройҙар тип һынайбыҙ. Таныш булмаған кешеләр беҙгә әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәтте, беҙҙең өсөн доға ҡылды. Көн һайын туғандарыбыҙға изге һүҙҙәр яҙғандар. Ҡыҙымдың үлеме тураһында белгәс, минең йәшәгем килмәй башлағайны. Тик һеҙҙең ярҙам ғына миңә көс бирҙе һәм үҙемде ҡулыма алырға ярҙам итте. Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт, шул тиклем кеше бәләбәҙҙә янда булыр тип көтмәгәйнем”, – тип яҙған Мәҙәнә социаль селтәрҙәрҙә.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр һәм юл полицияһы был аварияның сәбәптәрен асыҡлауҙы дауам итә. Ә беҙ Ғиләзетдиновтар ғаиләһенә тиҙерәк һауығыу һәм аяҡҡа баҫыу теләйбеҙ.
Фото: "КП-Өфө".