Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфөлә 15.28 сәғәт тирәһендә Маршал Жуков һәм Баязит Бикбай урамдары киҫелешендә “Ниссан ИксТрейл” һәм “ГАЗель” маркалы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Ашығыс ярҙам” машинаһы түңкәрелгән, был мәлдә уның эсендә дүрт кеше булған, шул иҫәптән бер бала.
Аварияла зыян күргән бер кеше дауаханаға оҙатылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре машина тоҡанып китмәһен өсөн юлға һыу һибә, кешеләрҙе ауҙарылған машинанан сығарырға ярҙам иткән.
“Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡулы һынған ҡыҙҙы дауаханаға алып китеп барған булған.
Фото: @mchsrb.