Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 13.32 сәғәттә Баймаҡ районының Байыш ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр.
Ваҡиға урынына ведомствоның ҡотҡарыусылары, Ишмырҙа ауылы биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командалары юллана.
Улар килгәндә 6х9 үлсәмле кирбес йортто ут ялмап алған була. Янғынды һүндереү барышында тәүҙә 1962 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла. Бер сәғәттән һуң 1957 йылғы ирҙең һәләк булғаны асыҡлана.
Ваҡиға урынында ведомствоның тәүтикшереүселәре, тәфтиш-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре эшләй. Янғын һәм ике кешенең үлеме сәбәптәре асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылытыу миҙгеле күптән үтһә лә, көн дә тиерлек торлаҡ йорттар йәки өйҙәр яныу осраҡтары дауам итә. Етмәһә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле кеше ғүмерҙәре лә өҙөлә. Был фажиғәле осраҡтарҙан башҡалар һабаҡ алһын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине. Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай.
Фото: @mchsrb.