Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Июнь 2022, 15:00

Егетте биш йылға ултыртырҙармы икән?

Быйыл Белорет районында текәлгән авария буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланды.

Егетте биш йылға ултыртырҙармы икән?
Егетте биш йылға ултыртырҙармы икән?

Белорет районы буйынса Эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса Эске эштәр бүлегенең тәфтиш бүлеге 24 йәшлек Белорет кешеһенә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған. Ул Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәттә ғәйепләнә – “Автомобиль менән идара иткән кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу һөҙөмтәһендә, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә һәм һаулығына зыян килтереү”.

5 мартта Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлында “Лада Ларгус” һәм “Рено Логан” автомобилдәре бәрелешә. “Лада Ларгус”та – өс, ә “Рено Логан”да биш кеше булған, шул иҫәптән бәлиғ булмаған бер бала. Авария һөҙөмтәһендә ауыр йәрәхәттәр алған дүрт кеше дауаханаға оҙатыла. Бер көндән һуң “Рено Логан”дағы 40 йәшлек пассажир ҡатын алған йәрәхәттәр һөҙөмтәһендә вафат була.

Тәфтиш органдары асыҡлауынса, ул көндө епшек ҡар яуа, юлды ла ҡаплаған була. Өфө яғынан ҡайтып барған “Лада Ларгус”тың водителе юл һәм һауа шарттарын иҫәпкә алмай, һөҙөмтәлә ул идара иткән автомобиль боролошта шыуып китеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ундағы “Рено Логан”ға бәрелә. Сит ил автомобиленең водителе тейешле тиҙлекте күҙәткән, әммә көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә уның пассажирының ғүмере өҙөлә.

Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләү статьяһына ярашлы, кеше үлемендә ғәйепләнгән “Лада Ларгус” автомобиленең водителенә биш йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Әлбиттә, был осраҡта авария сәбәпсеһе булған водителгә лә, һәләк булған пассажирҙың туғандарына ла һәм йәрәхәт алған кешеләргә лә еңелдән түгел. Әммә әгәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә һәм һауа шарттарына ярашлы транспорт менән идара иткән булһа, фажиғәгә юл ҡуйылмаҫ ине. Шуға ла водителдәр автомобилдең хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы булыуы тураһында ла онотмаһын ине. Ҡабаланыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу күп осраҡта фажиғәле тамамлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә аварияларға юл ҡуймау, эскән водителдәрҙе аулау буйынса махсус рейдтар ойоштора, көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Был - ял көндәрендә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм иҫкәртеү маҡсатында күрелгән сара ул.

Юлығыҙ имен булһын, тәғәйен урынға барып етергә насип итһен. Хәйерле юлдар теләйбеҙ!

Фото: @bash_gibdd.

Егетте биш йылға ултыртырҙармы икән?
Егетте биш йылға ултыртырҙармы икән?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: