Йәй башланыу менән балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүенә бәйле хәбәрҙәр арта. Бәләкәстәр асыҡ тәҙрә янында уйнай, бының ни тиклем хәүефле икәнлеген аңламайҙар.
Кисә, 2 июндә Башҡортостанда бер нисә ошондай бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Стәрлетамаҡта Октябрь проспектында урынлашҡан йорттоң тәҙрә төбөндә дүрт йәшлек малай табылған. Асыҡланыуынса, ул дүртенсе ҡатта йәшәгән. Урынға шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырыла, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала дауаханаға китеп барышлай йән бирә.
Ошоға оҡшаш осраҡ Ишембай ҡалаһының Ленин урамында ла була. Шулай уҡ дүртенсе ҡаттағы фатир тәҙрәһенән 11 йәшлек малай ҡолап төшә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, малай бик күп йәрәхәттәр алған, уны ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Йәй көнө балаларға ҙур иғтибар кәрәк. Айырыуса бәләкәй бала булған йортта тәҙрәне асыҡ килеш ҡалдырыу бик хәүефле. Балаларҙы бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
Фото: zwezda.su