Хәүефһеҙлек
3 Июнь 2022, 14:00

Төшөр алдынан сығырыңды уйла

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә...

Төшөр алдынан сығырыңды уйлаТөшөр алдынан сығырыңды уйла
Төшөр алдынан сығырыңды уйла

Бәләбәйҙә 47 йәшлек ирҙең мөгәрәпкә төшөп, бәхетһеҙлеккә тарыуы билдәле булды. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. “Ашығыс ярҙам” ирҙе дауаханаға илткән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябыҡ ер аҫты биналарына, мөгәрәптәргә төшөп ағыуланғандар, һәләк булғандар етерлек.

Яңыраҡ Өфөлә коллекторҙа ҡорамал урынлаштырғанда өс ир һәләк булды. Уларҙың газ менән ағыуланыуы билдәле. Тәфтиш комитеты  бәхетһеҙлек осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ошондай уҡ ҡыҙғаныс хәл бынан өс йыл элек Өфөләге ресторан комплексында булды. Хеҙмәткәр биләмәлә эшләгәндә канализация системаһы ҡойоһона ҡолай. Уға ярҙамға ашыҡҡан ирҙәр ҙә ҡойо эсендә аңдарын юғалта. Үкенескә ҡаршы, хеҙмәткәрҙәрҙең ни бары береһен генә ҡотҡара алалар, ҡалған биш ир ҙә һәләк була. Подвалдарҙы йыйыштырғанда ла бәхетһеҙлеккә тарығандар осрай.

Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре ни өсөн ябыҡ биналарҙың кеше һаулығы өсөн хәүефле булыуы тураһында аңлатма бирҙе.

“Мөгәрәптәрҙең хәүефһеҙ булыуын теләһәгеҙ, уларҙы елләтеү приборҙары менән йыһазландырығыҙ. Был хәүефле газ рәүешендәге  матдәләрҙең тупланыуын булдырмаҫ. Тик был ҡағиҙәне бик һирәктәр үтәй”, – ти идаралыҡтың матбуғат секретары Яна Калинина.

Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн тәүҙә ябыҡ бинаға, мөгәрәпкә төшөр алдынан уны яҡшылап елләтегеҙ, ҡапҡасын асығыҙ, саф һауа инһен өсөн оҙаҡ ваҡытҡа шулай ҡалдырығыҙ. ”Хатта оҙаҡ ҡына елләткәндән һуң да ағыулы газдарҙың таралмауы ихтимал. Эргәгеҙҙә ярҙам итерлек кеше, билегеҙҙә бәйләнгән бау, синтетик трос булырға тейеш. Әгәр мөгәрәптәге кешенең хәле насарлана икән, тын алыу органдарын һаҡлау сараларынан тыш унда төшөргә ярамай! Был маҡсатта битлектәр, респираторҙар, граждан противогаздары ҡулланыу файҙаһыҙ! Үҙегеҙ бауға бәйләнгән кешене тартып сығара алмаһағыҙ, шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡыртығыҙ”, – ти Яна Калинина.  

Елләтелмәгән мөгәрәптәрҙә йыш ҡына кеше өсөн хәүефле төҫһөҙ, еҫһеҙ газ йыйыла. Ул һауанан ауырыраҡ, шуға күрә газ кислородты ҡыуып сығара һәм бөтә урынды биләп ала. Мөгәрәптә һаҡланған йәшелсә һәм аҙыҡтар шулай уҡ углекислый газ бүлеп сығара.

Фото: мояоколица.рф

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас