Хәүефһеҙлек
6 Июнь 2022, 17:45

Һыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөн

6 июнгә республикала 48 муниципалитетта 91 пляжды асырға әҙерҙәр.

Һыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөнҺыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөн
Һыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөн

Һуңғы биш йылда республикала йыһазландырылған пляждар һанын ике тапҡырға – 68-ҙән 137-гә тиклем арттырҙылар. 2024 йылда иһә Башҡортостанда 200 сертификацияланған пляж асыла. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай һандар килтерҙе.

6 июнгә республикала 48 муниципалитетта 91 пляжды асырға әҙерҙәр. Һыу объекттарында ял итергә ниәтләгән халыҡҡа уңайлы булһын өсөн йыһазландырылған пляждарҙың урындары менән интерактив карта эшләй башланылар.

Башҡортостан Башлығы ҡала-район хакимиәттәренә һыу инеү хәүефле һәм тыйылған урындарҙы даими контролдә тоторға ҡушты.

– Халыҡ төрлө, йыш ҡына яраҡлаштырылмаған урындарҙа һыу инә. Беҙҙең бурыс – һыуҙа ял итеү хәүефһеҙ булһын, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шуға ла һәр муниципалитетта пляжда ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ.

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас