Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Июнь , 13:23

Балаларҙы һаҡлайыҡ

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Балаларҙың көтөп алған йәйге ялы башланды. Был осорҙа уларҙың ғүмере, һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн мәктәп, класс етәкселәре түгел, тәү сиратта ата-әсәләр яуаплы.

Йәйге матур көндәрҙә балалар ял итергә, һаулыҡтарын нығытырға тейеш. Әлбиттә, ял ваҡытында улар һыу инә, ҡыҙына, турист маршруттары буйлап үтә, лагерҙа ял итә һәм унда яңы дуҫтар таба.

 

Уларға ышанһағыҙ ҙа, тикшерегеҙ!

 

Ата-әсәләр, яҡындары балаларҙы ҡурсалап, күҙ уңынан төшөрмәйенсә ҡарап торорға бурыслы, сөнки уларҙың именлеге өсөн өлкәндәр яуап­лы. Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 63-сө статьяһы 1-се пунктында: “Ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тәрбиәләргә хоҡуғы бар һәм бурыслы ла. Ата-әсәләр балаларын тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн яуаплы. Улар балаларының һаулығы, физик, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында хәстәрләргә бурыслы...” – тип яҙылған.

Яҡындарығыҙға юлда, һыу ингәндә, ут һәм электр ҡорамалдары менән эш­ләгәндә хәүефһеҙлекте күҙәтеү кәрәк­леге тураһында даими иҫкәртеп тороғоҙ.

Үҫмерҙәр йәйге каникул ваҡы­тында үҙҙәрен өлкән тип күрһәтергә тырышып, алкоголле эсемлек эсеүе һәм тәмәке тартыуы ихтимал. Бала­ларға һаулыҡ кешенең иң ҡәҙерле һәм ҡайтарғыһыҙ байлығы, киләсәктә уңыш һәм именлек нигеҙе булыуын аңлатырға кәрәк. Уларға ышанһағыҙ ҙа, өйгә ниндәй хәлдә ҡайтҡанын, үҙен нисек тойоуын ҡарағыҙ.

Һыуҙан һаҡлағыҙ!

 

Йәйге ял мәлендә ололарға балаларҙың һыу буйындағы ялын күҙ уңынан сығармау айырыуса мөһим.      

Һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймау өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәргә кәрәк:

l йәйге каникул ваҡытында мәктәп йәшендәге балаларға ойошҡан ял тәьмин итегеҙ;

l бәлиғ булмаған балаларҙы һыу объекттарына ҡарауһыҙ һәм яңғыҙ ебәрмәгеҙ;

l һыу буйында бәлиғ булмаған өлкән балаларға бәләкәс йәштәге балаларҙы ҡарарға ҡушмағыҙ;

l балаларҙы үҙҙәре генә ҡалып, яңғыҙ һыу инеүҙән тыйығыҙ;

l тыйылған урында һыуға төшөп, уларға үҙегеҙ насар өлгө күрһәтмәгеҙ;

l балаларға, һеҙ эргәләрендә булмаған осраҡта ярҙам саҡырыу өсөн, ашығыс хеҙмәттәрҙең телефондарын ятлатығыҙ:

l балаларға кеҫә телефоны ата-әсәләр менән бәйләнеш тотоу һәм “Ашығыс ярҙам” саҡырыу өсөн тәғәйенләнгән булыуын аңлатығыҙ;

l төп бурыс – әгәр улар батып барған кешене күрһә, юғалып ҡалмаһын, ҡысҡырып, өлкәндәрҙе тиҙ генә ярҙамға саҡырһын, ҡотҡарыу хеҙмәттәренә шылтыратһын. 

 

Ата-әсәләргә белеү мотлаҡ!

 

18 йәшкә тиклемге балалар киске сәғәт 11-гә тиклем (23:00 сәғәт) урамда йөрөй ала.

Киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 6-ға тиклем – комендант сәғәте, ә киске сәғәт 11-ҙән һуң бәлиғ булмағандар өлкәндәр оҙатыуында ғына тышҡа сыға ала.

Онотмағыҙ: тәүлектең ҡараңғы мәлендә балағыҙ өйҙә булырға тейеш, әгәр ул урамдан, спорт секцияһынан һуң ҡайтһа, уны ҡаршы алығыҙ. Ундай мөмкинлек булмаған осраҡта, үҙегеҙ ышанған дуҫтарығыҙҙан, күрше­ләрегеҙҙән, туғандарығыҙҙан ошо хаҡта һорағыҙ. Бала ысынлап та ҡайтҡанлығын ҡайтанан тикшерегеҙ.  

Балаларға шәхси хәүефһеҙлек тураһындағы мәғлүмәтте лә еткерегеҙ:

l интернетта билдәһеҙ сайттарға инмәһендәр, социаль селтәрҙәрҙә таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәренә яуап бирмәһендәр;

l тартыу ҡатнашмаларын, снюс, алкоголь эсемлектәрен тәмләүҙән, нимәнелер еҫкәп ҡарауҙан, эсеүҙән, сәйнәүҙән ҡәтғи баш тартһындар;

l ҡараңғы урындарҙа, сүплектәрҙә, төҙөлөш майҙансыҡтарында, таш­ландыҡ ерҙәрҙә һәм биналарҙа, тимер һәм автомобиль юлдары эргәһендә уйнамаһындар;

l урманға походҡа сыҡҡанда ҡоро үлән яғырға, ағасҡа менергә ярама­ғанлығын, аяҡ аҫтын ҡарап йөрөргә кәрәклеген аңлатығыҙ; 

l атай-әсәйҙәргә ҡайҙа барған­дарын һәр саҡ әйтеп йөрөһөндәр;

l өйҙә булғанда ла осло, ҡырҡыу, сәнсеү әйберҙәре һәм электр ҡорамалдары менән эшләгәндә һаҡ булһындар, шырпы һәм башҡа ут  тоҡандырғыс әйберҙәр менән уйна­маһындар;

l берәҙәк эттәрҙе һәм башҡа хайуандарҙы ҡуҙғытмаһындар һәм һыйпамаһындар. 

 

Хөрмәтле ата-әсәләр!

 

Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙә­ләрен һәм транспортта йөрөү тәртибен теүәл үтәргә өйрәтегеҙ.

Бәлиғ булмағандарға скутер, мотоцикл, автомобиль йөрөтөүҙе тапшырмағыҙ. Балаға велосипед (мопед, скутер) алһағыҙ, тәүҙә уның менән бергә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ятлағыҙ һәм ябыҡ майҙанда йөрөргә өйрәнегеҙ. Дөйөм файҙаланыу юлында велосипедта – 14 йәше тулған, мопед һәм скутерҙа 16 йәше тулған үҫмерҙәргә генә йөрөү рөхсәт ителә.

 Автомобилдә 12 йәшкә тиклемге балаларҙы йөрөткәндә мотлаҡ махсус тотоусы яйланманы файҙаланығыҙ, был юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәт алыу хәүефен кәметә йәки уларҙы еңеләйтә.

Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуя:

l сымдарға ташланыу, һикереү;

l электр үткәргес линияларҙың бағаналарына күтәрелеү;

l өҙөлгән сымдар эргәһенә барыу һәм ҡулға алыу;

l баҫҡыслы электр щиттарҙың һәм биналарҙағы көс щиттарын асыу һәм башҡалар.

Йәйге каникул ваҡытында бала­ларҙы төрлө сирҙәрҙән һаҡлау маҡса­тында уларҙың шәхси гигиена ҡағи­ҙәләрен үтәүен тәьмин итеү мөһим.

Һәр осраҡта ла бала яңғыҙы һәм ҡарауһыҙ ҡалырға тейеш түгел.

Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләре­беҙ – балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ!

 

Онотмағыҙ!

 

Тәүлектең ҡараңғы мәлендә балағыҙ өйҙә булырға тейеш, әгәр ул урамдан, спорт секцияһынан һуң ҡайтһа, уны ҡаршы алығыҙ. Ундай мөмкинлек булмаған осраҡта, үҙегеҙ ышанған дуҫтарығыҙҙан, күршеләрегеҙҙән, туғандарығыҙҙан ошо хаҡта һорағыҙ. Бала ысынлап та ҡайтҡанлығын ҡайтанан тикшерегеҙ.


Рәмилә МУСИНА

Читайте нас в