

Саҡмағош ауылында 60 йәшлек Нияз Сәлихов юғалған. Ир 26 майҙа өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем уның тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.
– Йөрөп киләм тип кенә сығып китте лә юғалды, телефонын өйҙә ҡалдырған. Полицияға ла хәбәр иттек, ирекмәндәр ҙә эҙләшә. Тирә-яҡты эҙләп сыҡтыҡ, бер эҙе лә юҡ. Әммә уны иҫән килеш күрербеҙ тигән ышанысты юғалтмайбыҙ, шуға күрә барығыҙ ҙа фотоһына иғтибар менән ҡарағыҙ әле, бәлки күрше райондарҙа осратҡанығыҙ барҙыр, – тигән “КП-Өфө” баҫмаһына Нияз Сәлиховтың туғаны.
Ирҙең билдәләре: 60-65 йәштә, буйы 165-170 сантиметр, ҡаҡса, бите оҙонса формала, сәстәре ҡара, ҡыҫҡа, саллана башлаған, күҙҙәре ҡара, ирене нәҙек.
Юғалған көнөндә биленә тиклем оҙонлоҡтағы капюшонлы ҡара куртка, зәңгәр спорт салбары, ҡара галош кейгән.
Нияз Сәлиховтың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, тиҙ арала полицияға йәки 8 (917) 454-44-25, 8 (999) 313-83-78 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "КП-Өфө".