Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Июнь 2022, 17:00

Бәлә яҡында ғына йөрөй...

"Беҙҙең урында кем булһа ла, ярҙамға ташланыр ине", ти улар.

Бәлә яҡында ғына йөрөй...
Бәлә яҡында ғына йөрөй...

 

8 июнь иртән Башҡортостан буйынса Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең Тәтешле районы бүлексәһе суд приставы, эске хеҙмәт майоры Илгиз Шакиров һәм уның водителе Рафаил Ғәлләмов бер йорттан төтөн сыҡҡанын күреп, ярҙамға ташлана. Уттың соланда башланғанын күрәләр. Хеҙмәткәрҙәргә бик йәһәт ҡарар ҡабул итергә кәрәк була, сөнки эстә 14 йәшлек малайҙың барлығын белә улар. Береһе солан стенаһын ватып, шланг менән утҡа һыу һиптерә, икенсеһе газ һәм электрҙы һүндерә.

Шулай, улар ярҙамға ашыҡҡан күршеләре менән бергәләшеп ҡотҡарыусылар килгәнсе үк янғын сығанағын томалауға өлгәшә.

Йорт хужабикәһе Раушания Ҡасимова, өс бала әсәһе, хеҙмәткәрҙәргә юғалып ҡалмағандары, тәүәккәллектәре һәм ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт белдерә. Ә ирҙәр иһә быны бер ниндәй ҙә батырлыҡҡа тиңләмәй һәм "беҙҙең урында кем булһа ла, ярҙамға ташланыр ине", ти.

Фото: Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: