7 июндә Иглин районында ҡурҡыныс авария теркәлә: М5 трассаһының 1525-се километрында иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә юлда дүрт техника бәрелешә. Улар - "Volkswagen Passat" менән “Лада Нива” еңел автомобилдәре һәм "Mercedes-Benz Actros" менән "Scania" йөк машиналары.
Авария һөҙөмтәһендә еңел машиналарҙың водителдәре ҡаты йәрәхәтләнә. Ҡотҡарыусылар уларҙы емерек машиналарҙан саҡ һөйрәп сығара һәм табиптарға тапшыра. “Нива” машинаһы рулендәге 63 йәшлек ирҙең умыртҡа һөйәге ауыртҡан, шулай ҙа уның ғүмеренә бер ниндәй хәүеф тә янамай. Ә бына "Volkswagen Passat" машинаһының 23 йәшлек водителе бик ауыр хәлдә. Ул әле Өфөләге дауахананың реанимация бүлексәһендә.
Был аварияның видеояҙмаһы социаль селтәрҙәргә ҡуйылды. Күренеүенсә, йәш водитель ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. "Әйтеүҙәренсә, ул руль артында йоҡлап киткән, шуға ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Бәрелеш бик көслө булған, водителдең хатта күҙҙәре ағып сыҡҡан тиҙәр. Машинаһының спидометры 220 күрһәткесендә ҡатып ҡалған", – тип һөйләй шаһиттар.
Һуңғараҡ “КП-Өфө” баҫмаһы асыҡлауынса, еңел машинала 23 йәшлек Мәсетле районы кешеһе Самат М. ултырған булған. Таныштары һөйләүенсә, уның ғаиләһе бар, былтыр тәүге балаһы - ҡыҙы тыуған. Йәш ир Өфөлә уҡып йөрөгән. Авария көнөндә практика буйынса отчет бирер өсөн ашығып китеп барған булған.
"Самат аграр университетта уҡый ине. Был көндә Өфөгә практика һәм уҡыу буйынса отчет тапшырырға китеп барған. Әле ул дауаханала, хәле үтә ауыр, комала, көн һайын операциялар яһайҙар. Табиптар уны ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ҡатыны бәләкәй ҡыҙы менән декрет ялында, өлкән йәштәге сирле әсәһен дә ҡарай", – тип һөйләгән был ғаилә менән таныш булған Марат.
Әлегә аварияның сәбәптәре билдәле түгел. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлай. Йәш атайҙың ошондай ауыр хәлдә ятыуы бик үкенесле. Уға ысын күңелдән һауығыу теләйбеҙ. Һәм тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: юл хаталарҙы ғәфү итмәй, бер ҡасан да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ.
Фото: "КП-Өфө".