Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июнь , 14:00

Ишембайҙа ике егет һәләк булған...

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, районда - ҡот осҡос фажиғә.

Ишембайҙа ике егет һәләк булған...
Ишембайҙа ике егет һәләк булған...

Ишембай районының ике ауылы араһындағы юлда водитель автомобилгә идараны юғалтып ауған. Авария һөҙөмтәһендә 1990 йылғы һәм 1997 йылғы ике егет һәләк булған, шулай уҡ 1990 йылғы егет зыян күргән.

Ял, байрам көндәрендә күптәр ҡайҙалыр барырға тип юлға сыға. Ашығыу, ҡабаланыу, тиҙлекте күҙәтмәүҙең ошолай фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Аҙаҡ иһә үкенеп тә, илап та бер ниҙе лә төҙәтеү мөмкин түгел. Әлеге фажиғәлә ике егетте юғалтыу туғандарына ғына түгел, ә бөтә район, республика өсөн ҙур ҡайғы ул. 

Ошондай юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау, хәрәкәт ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәрҙе асыҡлау, эскән килеш рулгә ултырғандарҙы тотоу маҡсатында республика ЮХХДИ идаралығының юл патруле хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй, рейдтар ойоштора. Был саралар граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ойошторла. шул уҡ ваҡытта һәр водитель кешеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылығы, берәй хәл була ҡалһа, закон алдында яуап тотасағы тураһында онотмаһын ине.

Һәләк булған егеттәрҙең туғандарының, яҡындарының ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в