Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2022, 18:30

Аттракциондар хәүеф сығанағы булмаһын

Башҡортостанда 2022 йылдың йәй миҙгелендә эшләүгә 330 күңел асыу аттракционы сертификацияланған. 

Аттракциондар хәүеф сығанағы булмаһын
Аттракциондар хәүеф сығанағы булмаһын

Башҡортостанда 2022 йылдың йәй миҙгелендә эшләүгә 330 күңел асыу аттракционы сертификацияланды. Был турала һүҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә барҙы.

Дәүләт техник күҙәтеүенең төбәк инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов хәбәр итеүенсә, элек аттракциондарҙың хәүефһеҙлеге өсөн парктар һәм муниципалитеттар етәкселеге яуап бирә ине. 2018 йылдан федераль ҡануниәткә ярашлы аттракциондар эшенә бөтә талаптарҙың үтәлешен Дәүләт техник күҙәтеүе контролдә тота. Һәр аттракционға рөхсәт биреүсе документтар пакеты тултырыла.

– Юғары, уртаса һәм түбән хәүефле 367 берәмек ҡорамалдан 37 ҡоролманы был миҙгелдә файҙаланыу планлаштырылмай, – тип билдәләне Ринат Ғәлимов. – Ҡануниәт тарафынан биомеханик тәьҫире бик бәләкәй тип классификацияланған аттракциондар мотлаҡ теркәү талап итмәй.  

Республика ҡала һәм райондарындағы парктар эш башлағанға күрә, Башҡортостан Башлығы инспекция етәкселегенә муниципалитеттар менән берлектә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.

– Аттракциондарҙың эше күбеһенсә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ял итеүенә бәйле, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә күңел асыу ҡоролмалары эшен әҙерләүгә һәм контролдә тотоуға яуаплы ҡарарға кәрәк.

Фото: News102.ru 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в