Тәтешле районында суд приставтарының федераль хеҙмәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре күп балалы әсәнең йортонда сыҡҡан янғындың таралыуына юл ҡуймаған. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Кесе суд приставы, майор Илгиз Шакиров менән водитель Рафаил Ғәлләмов иртә менән Гагарин урамындағы йорттарҙың береһендә төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Баҡһаң, болдор яна башлаған...
Хеҙмәткәрҙәр ашығыс рәүештә ярҙамға ташлана, өйҙә 14 йәшлек үҫмерҙең булыу ихтималлығы уйланып торорға ирек бирмәй. Ут таралмаһын өсөн Илгиз Шакиров балта менән стена йөҙлөгөн аса һәм һыу шлангыһы менән ялҡынды һүндерә башлай. Рафаил Ғәлләмов газ һәм электр утын һүндерә һала. Егеттәр янғын һүндереүселәр килгәнсе ярҙамға килгән күршеләр менән уттың таралыуына юл ҡуймай. Өс бала әсәһе, йорт хужабикәһе Раушания Ҡасимова тәүәккәл, ҡыйыу хеҙмәткәрҙәргә ысын күңелдән ҙур рәхмәт белдергән. Ә приставтар егетлек күрһәтеүҙәрен батырлыҡҡа иҫәпләмәй, “беҙҙең урында һәр кем шулай эшләр ине”, тип әйтеү менән генә сикләнгән.
Йәй янғындар таралыуы өсөн бик хәүефле осор. Барығыҙҙы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, каникулда ял иткән балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа, уларҙың ялын йөкмәткеле ойошторорға саҡырабыҙ.
Фото: Суд приставтарының федераль хеҙмәт идаралығының матбуғат хеҙмәте.