Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июнь 2022, 15:30

Ҡунаҡҡа ҡайтып...

Автомобилдә Силәбе өлкәһендә йәшәгән 18 йәшлек пассажир ҙа була

Ҡунаҡҡа ҡайтып...
Ҡунаҡҡа ҡайтып...

Иглин районында  юл-транспорт  ваҡиғаһында  “Лада Гранта” водителенең һәләк булыуы асыҡланған. Был хаҡта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.

Авария төндә  Орловка – Аша автомобиль юлының беренсе километрында  теркәлә. Ханты-Манси округынан  килгән 32 йәшлек егет  машинаһына идара итә алмай юлдан ситкә оса.  Ныҡ йәрәхәтләнгән водитель фажиғә урынында һәләк була.

 Автомобилдә Силәбе өлкәһендә йәшәгән 18 йәшлек пассажир ҙа була.  Ул юл инспекторҙарына һәләк булған водитель менән көнө буйы алкоголле эсемлектәр  менән мауыҡҡандарын һөйләй.  Ә аҙаҡ ҡыҙып алған егеттәр машинаға ултырып йөрөп килмәксе була. Был һүҙҙәргә аңлатма биреүҙең кәрәге лә юҡтыр, эскелектең  яҡшыға алып бармауы, руль артына иҫерек килеш ултырыуҙың  бәләгә тарытыу ихтималлығы һәр кемгә яҡшы таныш.  Фажиғәлә һәләк булған егеттең яҡындарына, туғандарына Хоҙай сабырлыҡ бирһен.

Фото:ЮХХДИ

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: