Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Июнь 2022, 22:05

Интернет бала өсөн хәүефһеҙ булһын

Мәктәп уҡыусыларын интернетта ялған мәғлүмәтте танырға өйрәтәсәктәр. 

Интернет бала өсөн хәүефһеҙ булһын
Интернет бала өсөн хәүефһеҙ булһын

Бөгөн интернетта таралған мәғлүмәт күләме ғәйәт ҙур. Бөтә был мәғлүмәттәр ҙә дөрөҫ түгел. Шул уҡ ваҡытта интернеттағы фейктар тормошобоҙға реаль зыян килтереүе, мәҫәлән, иҡтисади көсөргәнеш тыуҙырыуы ихтимал. Йәки вакцина менән чиплау,  үҙаллы дауаланыу ысулдары тураһында мәғлүмәттәр менән кешелә  яңылыш фекер тыуҙырырға мөмкин. Өлкәндәр бөтә нимәгә лә ышанып бармай, ә бына балалар йыш ҡына барыһын да ысынға ҡабул итә.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм «Төбәктәр диалогы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы берлектәге мәғариф проектын тормошҡа ашырыу тураһында килеште.  Ул уҡытыусыларҙың һәм өлкән класс уҡыусыларының һанлы белемен арттырыуға йүнәлтелгән. 16 июндә ҡул ҡуйылған Мәғариф министрлығы һәм «Диалог» килешеүе сиктәрендә уҡытыусылар берләшмәһен ялған мәғлүмәттәрҙе танырға һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәткә ҡаршы тороуға йәлеп итәсәктәр.

«Төбәктәр диалогы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Владимир Табак мәктәптә үк һанлы белемгә өйрәтергә кәрәк, тип иҫәпләй. Шуға күрә Мәғариф министрлығы менән берлектәге проект бөгөнгө көндә бик мөһим. «Берлектәге тырышлығыбыҙ селтәрҙә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итер һәм уларҙы мәғлүмәти һөжүмдән аралар тип ышанам», - тип өҫтәне Владимир Табак.

Әйтергә кәрәк, Рәсәй Мәғариф министрлығы интернетта дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр менән көрәшеү буйынса эште беренсе йыл ғына алып бармай. «Минең мәктәбем» дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу уның иң мөһим өлөшө булды. Унда уҡыусылар бөтә мәктәп предметтары буйынса тикшерелгән мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.  Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев һүҙҙәренсә, «Төбәктәр диалогы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән килешеүгә ҡул ҡуйыу ошо мөһим йүнәлеште тормошҡа ашырыуҙа тағы ла бер етди сара буласаҡ.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: