Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Июнь 2022, 11:00

Ҡыҙыҡай аңына килмәй үлгән

Табиптар баштан уҡ уның хәлен үтә ауыр тип баһалай һәм яҡшыға өмөтләндермәй ине...

Ҡыҙыҡай аңына килмәй үлгән
Ҡыҙыҡай аңына килмәй үлгән

Был авария 18 майҙа уҡ булғайны. 32 йәшлек Сыуаш Республикаһы кешеһе “УАЗ” йөк машинаһында китеп барған саҡта Alpha Lux мопедын төкөтә. Уға 15 йәшлек ҡыҙ бала идара иткән була. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, уның водитель таныҡлығы ла, мотошлемы ла, махсус экипировкаһы ла булмаған.

Бәрелештән һуң бала ауыр йәрәхәттәр ала. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның ябыҡ формала баш һөйәге йәрәхәтләнгән һәм баш мейеһе имгәнгән. Ул реанимацияла ята һәм комала була.

Әле асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай аңына килмәй вафат булған. Табиптар баштан уҡ уның хәлен үтә ауыр тип баһалай һәм яҡшыға өммөтләндермәй ине. Нисек кенә булмаһын, ата-әсәһе, яҡындары өсөн ҙур ҡайғы. Балаларҙы мопед, мотоциклдарға ултыртҡан саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ныҡлап уйларға кәрәк тә бит...  

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әлеге юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эшен прокурор Эске эштәр министрлығы органдарынан алып, республика Тәфтиш идаралығына тапшырған. Эш РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 1-се өлөшө (“Һаҡһыҙлыҡ буйынса кеше һаулығына ауыр зыян һалыуға килтергән юл хәрәкәте һәм транспорт сараларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу”) буйынса асыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: енәйәт эше ҡуҙғатылған мәлдә ҡыҙыҡай иҫән булған, әгәр баланың тап юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә вафат булыуы раҫланһа, ғәйепләү статьяһын үҙгәртеүҙәре ихтимал.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: