Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында беренсе антифейк-сервис эшләтеү тураһында һөйөнсөләнеләр.
Рәсәйҙәге тәүге “Лапша” фактчекинг сервисы – ул фейктар менән көрәш өсөн ҡоралдар агрегаты. Шулай уҡ верификацияға мәғлүмәтте ебәреү мөмкинлеге лә бар. Уны эшләтеү тураһында Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Диалог” компетенциялар үҙәгенең генераль директоры Владимир Табак белдерҙе.
Владимир Табак фекеренсә, фейктар таралыу проблемаһын хәл итеүҙең берҙән-бер ысулы - комплекслы эш. Иң мөһиме – файҙаланыусыларға хәбәр итеү, ниндәйҙер мәғлүмәт күрәләр икән, эске фактчекинг үткәреү мөһим.