Ҡалтасы районының Кейебак ауылында бер водитель машинаһы менән бағанаға бәрелгәндән һуң йәнә артабан сәфәрен дауам итә. Ауыл халҡын водителдең сәйер ҡылығы ғәжәпләндерә һәм сейә төҫөндәге ВАЗ-2112 автомобиле тураһында полицияға хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте экипажы Һаҙ ауылында юл ситендә ҡалдырылған машинаны тиҙ таба, тик водитель генә урынында булмай сыға.
ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, араҡы еҫе аңҡып торған 19 йәшлек водителде эҙләп тапҡандар, уның иҫереклеген алкотестор ҙа раҫлаған, ни эшләһен, риза булмай сара юҡ, егет үҙе лә һөҙөмтә менән ризалашҡан. Тәртип боҙоусыға ҡарата бер нисә административ эш асылған, беренсенән, уның водитель танытмаһы ла булмаған, икенсенән, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән, ә кеше машинаһын ҡыуып алып киткәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Баҡһаң, егет дуҫын хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда сит кеше машинаһын ҡыуып алып китергә ҡарар иткән. Тикшереү эштәре дауам итә.
ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, ун кеше йәрәхәтләнгән, 44 иҫерек водитель тотолған.
Фото: ЮХХДИ