Тәүге бәхетһеҙлек Туймазыла бишенсе ҡатта йәшәгән ғаиләлә булған: биш йәшлек малайҙары тәҙрә тупһаһына менеп, москит селтәренә таянған һәм аҫҡа осҡан. Уны урындағы дауахананың реанимация бүлегенә алып киткәндәр. Табиптар баланың баш мейеһенең һелкенеүен, ябыҡ мейе йәрәхәтен, түшенең ныҡ бәрелеүен, уң ҡулбашының һәм һул янбашының һыныуын, һуң ҡулбашының ябыҡ типтағы һыныуын, эсендә лә күп йәрәхәттәрҙең булыуын асыҡлаған.
Ошоға оҡшаш хәл Салауатта теркәлгән. Бындағы биш йәшлек малай икенсе ҡаттағы балкондан йығылып төшкән. Ул да дауахананың хирургия бүлегендә. Баланың баш мейеһе һелкенгән, эстән йәрәхәтләнгән, эсе ныҡ бәрелгән.
Әлеге мәлдә ике бала ла табиптар күҙәтеүендә. Хәл-ваҡиғаларҙың сәбәптәре тикшерелә.
Йәй эҫе ваҡытта ошоға оҡшаш бәхетһеҙлек тураһында күп яҙыла. Бәләкәй балалары булған ата-әсәләргә уларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырмаҫҡа, әҙгә генә сыҡҡан арала ла тәҙрәләрҙе нығытып ябырға кәрәклеген онотмаҫҡа кәрәк тә бит...
Фото: chelib.ru