Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июнь 2022, 12:00

Машинала күлгә ҡолағандар...

22 йәшлек ирҙең кәүҙәһен яҡтырғас ҡына табалар. 

Машинала күлгә ҡолағандар...
Машинала күлгә ҡолағандар...

Кисә төндә Учалы районының Туңғатар ауылы янында фажиғә була. Ауыл эргәһендәге күлгә (карьер) автомобиль ҡолап төшә.

Был турала шаһиттар ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Улар 30 йәшлек водителде ҡотҡарып өлгәрә, ул йәрәхәттәр алмай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина эсенедә 22 йәшлек ир тороп ҡала.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ике ир фажиғәгә тиклем биш кеше менән бергә күл буйында табын ҡорған һәм иҫерткес эсемлектәр эскән. Был турала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы әйткән.

Урынға килгән ҡотҡарыусылар шунда уҡ машинаны таба алмай, эҙләү ойоштора. Яҡтырғас ҡына водолаздар машинаны таба һәм уның эсенән 2000 йылғы ирҙең кәүҙәһен һөйрәп сығара. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар хәлде асыҡлай.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в