Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2022, 14:00

Алты балаһы ҡалған...

Белореттағы был фажиғә күптәрҙе тетрәндергән 

Алты балаһы ҡалған...
Алты балаһы ҡалған...

Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһындағы бер ғаиләлә ҙур фажиға була. Үҙенең өйөндә үлтерелгән килеш 32 йәшлек ҡатын табыла. Иң аяныслыһы, уны яҡын кешеһе үлтергән һәм алты балаһы етем ҡалған. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.

Ксения исемле был ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Йәш булһа ла, уның алты балаһы булған һәм ҡатын уларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта уның өйҙәш ире лә булған, ул – эшҡыуар. Ксенияның әхирәте Надежда һөйләүенсә, ир дегет табыу менән шөғөлләнгән. Улар бөтәһе бергә Белорет ҡалаһындағы шәхси йортта йәшәгән.

Надежда менән Ксения бәләкәй саҡтан дуҫ булған. Ул әхирәте тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә ала.

– Бер ҡасан да зарланманы, позитив кеше ине, гел йылмайҙы. Дуҫтары бик күп булды. Ксюша матур итеп йырлай, ауылдағы концерттарҙа йыш ҡына сығыш яһай ине, – тип һөйләй Надежда уның тураһында.

Асыҡланыуынса, ҡатынды өйҙәше үлтергән. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, күп балалы әсәне үлтереү факты буйынса аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү һәм һөҙөмтәлә яңылышлыҡ менән үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар әйтеүенсә, енәйәттә ғәйепләнеүсе тотолған да инде һәм әлеге ваҡытта һаҡ аҫтында.

Фото: "Бәйләнештә" "Подслушано Белорецк" төркөмөнән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в