Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2022, 21:30

Алты етем баланың яҙмышы хәл ителде

Иң ҙурына 13 йәш булһа, бәләкәстәренә - әле ике генә... 

Алты етем баланың яҙмышы хәл ителде
Алты етем баланың яҙмышы хәл ителде

Ошо көндәрҙә Белорет районында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек: 32 йәшлек алты бала әсәһен өйҙәш ире туҡмап үлтергән. Әле был хәлдең нисек булғаны, балаларҙың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт билдәле булды.

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 17 июнь төнөндә эскән өйҙәштәр араһында низағ тыуа. 36 йәшлек ир ҡатынды балалары арҡаһында аралашҡан элекке иренән көнләшеп, туҡмай башлай, типкесләй. Меҫкен әсә алған йәрәхәттәренән урында йән бирә.

Әле ирҙе һаҡ аҫтына алғандар, ул ғәйебен таныған. Ә әсәйһеҙ ҡалған алты бәләкәй баланың яҙмышын райондың опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәл иткән. Иң ҙурына 13 йәш булһа, бәләкәйенә – ике. Әсәләре үлгәс, уларҙы туған тейешле кешеләр алған.

“Бәләкәй балалар нимә булғанын аңламай ҙа ҡалған, улар тыныс ине, уйнап йөрөгәндәр. Өлкән улы йоҡлаған, ә ҡыҙы илаған, уға психологик ярҙам күрһәтелде. Шунда уҡ балаларҙың аталары һәм башҡа туғандары менән бәйләнеш булдырылды, – тигән опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре. – 11 йәшлек ҡыҙыҡай менән 13 йәшлек малайҙың атаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ул һәр саҡ балалары менән бәйләнештә булған, ялдарға үҙенә алған. Фажиғә көнөндә үк ул ике бала атаһына тапшырылды. Алты йәшлек малай менән дүрт йәшлек ҡыҙыҡай шулай уҡ Белорет районында йәшәгән атаһына тапшырылды (ҡатындың икенсе ире). Әлегә ул балаларҙы яҡынса опекаға алды, был ир ҙә балалары менән бәйләнештә булған. Иң бәләкәй ике баланы әлегә аталары яғынан өләсәһе алған”.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың артабан йәшәү урыны буйынса бәхәстәр булмаған, барыһы ла ризалашҡан.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: