Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2022, 11:00

Аталары өйҙә булған

Бер юлы ике сабый тәҙрәнән осҡан...

Аталары өйҙә булған
Аталары өйҙә булған

Кискә табан Өфөнөң дежур хеҙмәтенә Лермонтов урамындағы йорттоң икенсе ҡатынан бер юлы ике сабыйҙың осоп төшөүе тураһында хәбәр итәләр.  Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр килеп етә.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, ике йәшлек ҡыҙ бала менән дүрт йәшлек малай  атаһы менән бергә  өйҙә булған. Был хәлгә шаһит булғандар балалар эргәһендә москит селтәрен тапҡан. “Балалар иҫән, икеһен дә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаттылар”, – тип аңлаттылар ведомствола.

Көн һайын тиерлек балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөү, юлдарҙа йәрәхәттәр алыу  осраҡтары булып тора. Бик аяныслы күренеш. Сабыйҙарығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен сабырлыҡ менән кескәйҙәргә аңлатығыҙ.  Йәмле йәйҙең йәмен үкенесле хәлдәр, бәлә-ҡазалар ебәрмәһен ине.

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: