Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2022, 10:00

Фотолағы егетте күрмәнегеҙме?

Кешеләрҙең иғтибарлылығынан һәм битараф булмауынан да күп нәмә тора... 

Фотолағы егетте күрмәнегеҙме?
Фотолағы егетте күрмәнегеҙме?

Өфөлә 31 йәшлек Ишмурзин Илһам Фәнүз улын эҙләйҙәр. Ирекмәндәр белдереүенсә, ир 14 июндә ғәйеп булған, шул көндән алып берәү менән дә бәйләнешкә инмәгән.

ГорОбзор.Ру хәбәрсеһе яҡын туғанынан асыҡлауынса, Илһам баш ҡалала эшләгән һәм Көньяҡ (Южный) биҫтәһендә ҡуртымға алынған фатирҙа (күршеһе лә булған) йәшәгән.

"Туғанымдың даими эш урыны юҡ, шабашкала йөрөнө: йә ҡыйыҡ ябыуҙа, йә башҡа төрлө төҙөлөш эштәрендә", тип асыҡлыҡ индергән апаһы.

Илһам иртән ҡайҙа барғанлығын берәүгә лә әйтмәйенсә сығып киткән һәм шул көндән бирле юҡ. "Берәйһе менән низағҡа инеүе тураһында ла белмәйем. Күршеһе йоҡлап ятып ҡалған. Шул сығыуынан ҡустыбыҙҙы берәү ҙә күрмәгән", тип тә өҫтәгән туғаны.

Фотолағы егетте күреүселәр йә уның тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белеүселәр булһа, 112 йәки 88007005452 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.

Егеттең билдәләре: буйы 160 см, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа ҡара-һоро, күҙҙәре һоро төҫтә.

Өҫтөнә ҡара жилет, аҡ буйлы ҡара кофта, ҡара джинсы салбар, ҡара кроссовка кейгән.

Фото:"Лиза-Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: