Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Июнь 2022, 19:00

Биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...

Ул өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән булған.

Биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...
Биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...

Көндәр саҡ ҡына йылытыу менән республикала һыуға батып үлеү осраҡтары арта башланы. Үтә аяныслы осраҡ бөгөн Стәрлетамаҡ районында теркәлгән: Талалаевка ауылы янындағы Марселька йылғаһында бәләкәй бала батып үлгән.

Асыҡланыуынса, ҡыҙ бала 2016 йылғы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул ағаһы менән йылға буйында уйнаған. Яндарында өлкән кешеләр булмаған. Ҡыҙыҡай тайып киткән һәм йылғаға ҡолаған. Малай шунда уҡ ярҙам һорап йүгергән. Өлкәндәр килеп еткән һәм баланың кәүҙәһен йылғанын һөйрәп сығарған. Уға ярҙам итергә тырышҡандар, тик өлгөрмәгәндәр...

Хәбәр ителеүенсә, ҡыҙыҡай өләсәһендә ҡунаҡта булған. Әле был хәлде тикшереү бара.

Йылы көндәрҙә йылғаға батыу осраҡтары бермә-бер арта. Бер ҡасан да бәләкәй балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Уларға батып үлеү өсөн бер нисә минут та ваҡыт еткәнен онотмағыҙ.

Фото: smi24.kz

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: