Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Июнь 2022, 21:00

Алыҫта яҡташыбыҙ һәләк булды

Ул батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарырға тип ташлана ла... 

Алыҫта яҡташыбыҙ һәләк булды
Алыҫта яҡташыбыҙ һәләк булды

Был юлы күңелһеҙ хәбәр алыҫтан - Абхазия яғынан килде: Ҡара диңгеҙҙә яҡташыбыҙ батып үлгән. Был кешенең кемлеге лә билдәле, ул – 40 йәшлек Өфө кешеһе Максим Беркли.

Абхазия буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул диңгеҙҙә бата башлаған ҡыҙҙы ҡотҡарырға тырышҡан.

– Өс кеше һыу инеп йөрөгәндә була был ваҡиға. Ҡапыл ҡыҙҙарҙың береһе бата башлай. Максим уны ҡотҡарырға тип ташлана. Әммә үҙе лә бата башлай. Был хәлде ярҙан күреп торған шаһиттар һыуға ташлана. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙы тере килеш һөйрәп сығаралар, ә бына ир кеше батып үлә, – тиҙәр ведомствола.

Бик аяныслы хәл. Һыу инеү миҙгеле һәр ваҡыт хәүеф менән янай. Тейешле ҡағиҙәләрҙе онотмаһаҡ ине. 

Фото: АиФ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: