"Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы заказы буйынса ҡыҫҡа метражлы фильмдар йыл дауамында төшөрөлә килде. Яңы сыҡҡанында ла йәмғиәтебеҙҙәге төп проблемаларҙың береһе сағылдырыла.
"Яҡшының эскәне һыу булыр,
Ямандың эскәне ыу булыр...". "Урал батыр"ҙағы ошо һүҙҙәр фильмдың төп мәғәнәһен асып һала. Авторҙар шуны әйтергә теләй: табындарға шампандар ҡуйып, үҙебеҙ үк балаларыбыҙҙы эсергә өйрәтмәйбеҙме?
Был эште тормошҡа ашырған профессионалдар: режиссеры - Руслан Юлтаев, сценарий авторҙары - Динара Ҡәйүмова һәм Хөрмәтулла Үтәшев, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Урал Иҙелбаев.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндәге видеонан скриншот.