+12 °С
Ясна
Кисә Яңауыл районында үлемесле фажиғә теркәлгән: тимер юлда үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.
Шаһиттар һөйләүенсә, фажиғә туҡталыш янында була. 14 йәшлек ҡыҙыҡай йөк поезы аҫтына эләгә. Состав Әгерже – Дружинин маршруты буйынса китеп барған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был ваҡиғанан һуң ҡыҙға урындағы фельдшер ярҙам итергә тырышҡан. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның йәрәхәттәре бик ауыр була. “Ашығыс ярҙам” табиптары килеп еткәнсе үҫмер йән бирә.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары был ваҡиғаның нескәлектәрен асыҡларға тырыша.
Фото: cheltoday.ru