Стәрлетамаҡ районында булған үтә аяныслы ваҡиға тураһында хәбәр иткәйнек: Талалаевка ауылы янындағы бәләкәй генә Мәҫәле йылғаһында биш йәшлек бала батып үлгән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы был хәлдең нисек килеп сыҡҡаны тураһында яҙҙы.
Асыҡланыуынса, биш йәшлек ҡыҙыҡай ете йәшлек ағаһы менән өләсәһендә ҡунаҡта була. Балалар тәүҙә йорт янында уйнай, аҙаҡ ялҡҡас, сәғәт ике тирәһендә йылғаға балыҡҡа барырға ниәтләй. Һыу сығанағы өләсәй йортонан ни бары 700 метр алыҫлыҡта була. Балалар йылғаға ҡармаҡ һала һәм балыҡ ҡапҡанын көтә башлай. Тик ҡармаҡты кире тартҡас, уның нимәгәлер эләккәнен тоялар. Нығыраҡ тартҡас иһә, ҡармаҡ сыбығы ҡулдан ысҡынып китеп, йылғаға барып төшә. Шул саҡта ҡыҙыҡай резина итектәрен, күлдәген сисә лә йылғаға төшөп китә. Сабый ҙур шыуғаҡ ташҡа баҫып йығыла һәм һыу аҫтына китә. Башҡаса өҫкә ҡалҡып сыҡмай.
Малай шунда уҡ ярҙамға саҡырырға өйгә йүгерә. Өләсәһе тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" саҡырта һәм ейәнсәрен эҙләргә йүгерә. Билдәле булыуынса, баланың кәүҙәһен өләсәһе таба, ул ярҙан бер нисә метр алыҫлыҡта ғына ятҡан була. Ҡатын ейәнсәрен ҡотҡарырға тырышып ҡарай, реанимация саралары үткәрә, тик бик һуң була. Урынға килеп еткән табиптар баланың үлемен теркәй.
Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге был эш буйынса тикшереү үткәрә. Тәфтишселәр баланың нилектән үлгәнен асыҡлаясаҡ.
Үтә аяныслы фажиғә. Был ҡайғыны кисереүҙә баланың ата-әсәһенә һәм өләсәһенә ҙур түҙемлек теләйбеҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ: бәләкәй балаларҙы һыу буйына яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ! Был бик хәүефле. Йөҙә белһәләр ҙә, өлкәндәрһеҙ һыу буйына барыуҙы тыйығыҙ.
Фото: "Моя Уфа" порталы.