Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2022, 15:00

Төшкә тиклем - өс ҡорбан...

"КамАЗ" еңел автомобилде иҙә, водитель ҡатын шунда уҡ йән бирә... 

Төшкә тиклем - өс ҡорбан...
Төшкә тиклем - өс ҡорбан...

Бөгөнгө иртәнән алып төшкә тиклем Башҡортостан юлдарында өс авария теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсөһө лә үлемесле тамамланған.

Тәүге авария иртәнге туғыҙҙа Ғафури районы биләмәһендә, Цапаловка – Стәрлетамаҡ юлында була. Салауат ҡалаһынан 21 йәшлек кеше “Лада Ларгус” машинаһында юлдан ситкә осоп түңкәрелә. Водитель урында һәләк була. Уның янында ултырған 22 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Водителдең машина йөрөтөү хоҡуғын биргән таныҡлығы булмай сыға. Егеттәр иртә менән балыҡҡа китеп барған...

Икенсе авария Благовар районында М5 трассаһында теркәлә. Бында "Man” йөк машинаһы менән “Chevrolet Lacetti” төкөшә. Авария һөҙөмтәһендә 70 йәшлек водитель табиптар килеп еткәнсе йән бирә. Уның Силәбе өлкәһенән булғаны билдәле.

Тағы бер авария Благовещен районында була. Өфө – Яңауыл юлының 49-сы километрында “Киа Пиканто” менән “КамАЗ” бәрелешә. Еңел машинала водитель булып ҡатын-ҡыҙ ултырған. Ул боролош урынында уңға боролған саҡта йөк машинаһына юл бирмәй һәм бәрелеш була. Ҙур машина бәләкәй автомобилде иҙә, ҡатын урында йән бирә. Әле авария сәбәптәрен асыҡлайҙар.

Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 15 кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1400-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, 45 иҫерек водитель тотолған.

Фото: ЮХХДИ.

Төшкә тиклем - өс ҡорбан...
Төшкә тиклем - өс ҡорбан...
Төшкә тиклем - өс ҡорбан...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: