Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк Башҡортостан полиция хеҙмәткәрҙәренең батырлығы тураһында хәбәр итә. Дәүләкән ҡалаһындә йәшәгән полиция майоры Илгиз Әхмәтйәнов менән эске хеҙмәт капитаны Рәсим Мәүлийәров ағалы-ҡустылы ике баланы ут эсенән алып сыҡҡан.
Ҡаланың шәхси секторы буйлап барғанда полиция хеҙмәткәрҙәре Титов урамындағы бер ҡатлы йорттоң верандаһы һәм ҡыйығы ут менән ялмап алынғанын күрә. Ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр иткәндән һуң, ярҙамға ашығалар. Ишек аша йортҡа инеү юлын ут киҫеп өлгөргән була, тәҙрә быялаһын ватып өйгә инһәләр, унда ике баланы күрәләр.
Һигеҙ йәшлек Динарҙы һәм 14 йәшлек Алмазды урамға алып сығалар. Тағы ла яңынан өйгә инеп, хужаларҙың әйберҙәрен ҡотҡарырға тырышалар. Янғын һүндереүселәр утты һүндерә, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре балаларҙың сәләмәтлек торошон тикшерә. ”Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса район бүлеге хеҙмәткәрҙәренең оператив эш итеүе һәм ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә бер туғандар бәләгә тарымаған”, – ти Ирина Волк.
Фото: Эске эштәр министрлығы.